Былтыр йәй бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында ике ҡулһыҙ ҡалған малайға бионик протезды илебеҙҙең «Моторика» компанияһы яһаған. Ул – «Сколково» инновацион үҙәгенең резиденты.
Былтыр июлдә Башҡортостан Хөкүмәте «Моторика» компанияһы менән килешеү төҙөгәйне. Уға ярашлы, БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы халыҡҡа протездар алыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт еткерҙе. 2021 йыл аҙағына тиклем «Моторика» белгестәре 20 кешенән ғариза ҡабул иткән. Һөҙөмтәлә 21 кешегә «яһалма ҡул» ҡуйылған. Быйыл был һанды 30-ға еткереү планлаштырыла.
10 йәшлек Илназ ҡот осҡос фажиғәгә тарығас, рух төшөнкөлөгөнә һис бирелмәй, ата-әсәһен: «Ҡуллы булғас, һеҙгә ярҙам итәсәкмен», – тип йыуатҡайны. Теләгең тиҙерәк тормошҡа ашһын, Илназ! Һау-сәләмәт бул!