Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 14:30

Хәйбуллала тәүгә "Мәргән уҡсы" традицион уҡтан атыу ярышы үтте

Был сараны "Нур" йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған хәрби-патриотик айлыҡ мәлендә уҙғарҙы. Унда Аҡъяр, Татыр-Үҙәк, Өфө, Әбүбәкир ауылдарынан 35 кеше ҡатнашты. Милли кейемле уҡсылар ФИТА40 сәбенә 18, 15, 12 метрҙан өсәр уҡ атып мәргәнлектәрен һынаны.  

Хәйбуллала тәүгә "Мәргән уҡсы" традицион уҡтан атыу ярышы үтте
Хәйбуллала тәүгә "Мәргән уҡсы" традицион уҡтан атыу ярышы үтте

 Финалда үҫмер 7-10 йәштәгеләр араһында тәүге урынды Азамат Билалов (Татыр-Үҙәк), 11-14 йәшлектәрҙән Денис Бикморатов (Өфө ауылы), 15-17 йәшлектәрҙән Нуриман Билалов (Татыр-Үҙәктән) алды. Ҡыҙҙар араһында беренсе урынға Аҡъярҙан Айлина Усманова (7-10 йәшлектәр) һәм Нурзана Сафиуллина (Өфө ауылынан, 15-17 йәшлектәр араһында) лайыҡ булды. 

Еңеүселәр март айында Бөрйән районында "Урал батырҙың ҡышҡы уйындары"нда Хәйбулла данын яҡлаясаҡ. Ойоштороусылар традицион уҡтан атыу түңәрәктәрен алып барыусы Айнур Баймөхәмәтовҡа, Гөлсинә Дәүләтбирҙинаға һәм Риф Баймырҙинға рәхмәт белдерә. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: