Проект етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, әле финалға әҙерлек әүҙем бара. Йомғаҡлау тантанаһы 2 мартта уҙасаҡ. Бөгөн “Башинформ” агентлығында ошо айҡанлы матбуғат конференцияһы ла үткән.
Алтынсы тапҡыр ойошторолған конкурс быйыл тәүгә Рәсәй кимәлендә була. Татарстандан, Мәскәүҙән, ХМАО-ҙан, Санкт-Петербургтан һәм башҡа тарафтарҙан ҡатнашыусылар бар. Барлығы 500 ғариза килгән, финалға 150 ҡатын-ҡыҙ үткән.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы әйтеүенсә, еңеүсе кубогы 30 гүзәл затҡа биреләсәк. Тимәк, һәр номинацияла (улар һаны – унау) өсәр еңеүсе.
Фото: vk.com (Г. Ҡолһарина сәхифәһенән).