Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Февраль 2022, 15:40

Бөгөн "Һеңлекәш" фильмын ҡарағыҙ!

Бөгөн киске сәғәт 19.40 тигәндә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса Александр Галибин төшөргән "Һеңлекәш" фильмы күрһәтеләсәк. Кинокартинаны алдағы йәкшәмбелә сәғәт 12.30 тигәндә ҡабаттан ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Бөгөн "Һеңлекәш" фильмын ҡарағыҙ!
Бөгөн "Һеңлекәш" фильмын ҡарағыҙ!

 Был акция Донецк һәм Луганск ваҡиғаларына арналған. Уға ҡарата фильмда төп ролде башҡарған Арыҫлан Ҡырымсурин үҙ фекерен ошолай белдергән: "Беҙҙең республика Луганск һәм Донецкиҙағы дуҫтарға ярҙам итергә булды. Ауыр минутта кешеләр бер-береһенә ярҙам итергә тейеш. Башҡортостанда изге күңелле халыҡ йәшәгәс, мөнәсәбәт башҡаса булыу мөмкин дә түгел". 

 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: