Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 19:53

Юл фажиғәләре - 20 февраль

Кисә республика юлдарында ике автомобиль аварияһы теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, ике кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 20 февраль
Юл фажиғәләре - 20 февраль

Киске сәғәт туғыҙынсыла Иглин районында "Renault Duster" менән "DAF" фураһы бәрелешкән. Аварияла "Renault" машинаһының 49 йәшлек водителе яраланған, ә 42 һәм 67 йәшлек ике пассажир ҡатын үлемесле яраларҙан йән биргән. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эше дауам итә.

Тәүлек эсендә ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: