Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 16:26

Водителдәр иғтибарына

Республикала көн торошо боҙола. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмай торорға кәңәш итә.

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Һауа температураһының тотороҡһоҙ булыуы, епшек ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ, көрт юлдарҙа оло хәүеф тыуҙыра.

Алыҫ юлға сығыуҙы (бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта) кисектереп тороғоҙ.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Тиҙлекте арттырмағыҙ, машиналар араһында интервалды һаҡлағыҙ, мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп йөрөгөҙ. 

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ауыр хәлдә ҡалған водителдәргә ярҙамға килергә әҙер.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: