Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 20:14

Ут менән һаҡ булығыҙ!

Йыл башынан алып республикала 725 янғын теркәлгән, утта 38 кешенең, шул иҫәптән ике баланың ғүмере ҡыйылған. Был фажиғәләрҙең төп сәбәбе – мейестәргә яҡҡанда һәм электр ҡорамалдары менән файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.

Ут менән һаҡ булығыҙ!
Ут менән һаҡ булығыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә:

- электр сымын һәм электр ҡорамалдарын төҙөк хәлдә тоторға кәрәк;

- монтажлауҙы һәм ремонтлауҙы электромонтер ярҙамы менән генә башҡарырға;

- электр приборҙарын электр селтәренә заводта сығарылған штепсель тоташтырғысы ярҙамында ғына тоташтырығыҙ;

- йылытыу приборҙары йыһаздан, келәмдәрҙән, пәрҙәләрҙән, тиҙ тоҡаныусан башҡа материалдарҙан алыҫ торһон;

- өҫ кейемдәрен һәм янып китеүсән башҡа материалдарҙы электр йылытыу приборҙары өҫтөндә киптермәгеҙ;

- электр селтәренә тоташтырылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- өҙөлгән һәм иҫке изоляциялы электр сымдарын файҙаланыу тыйыла;

- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, эшләп торған электр һәм йылытыу приборҙарын балалар ҡарамағына ҡалдырмағыҙ.


Мейес менән файҙаланыу ҡағиҙәләре:

- мейестәрҙе һәм мөрйәләрен даими тикшереп, ҡоромдан таҙартығыҙ, ремонтлағыҙ;

- кескәй балаларға үҙ аллы мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ;

- мейес алдында иҙәнгә 50х70 см ҙурлығында тимер түшәгеҙ;

- йыһаз, балаҫ, келәм мейестән алыҫ булһын;

- мейесте яҡҡанда тиҙ тоҡанып китеүсән шыйыҡсалар ҡулланмағыҙ.

Онотмағыҙ: янғындың сәбәптәре төрлө, әммә уның сығыуында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәгән кеше генә ғәйепле. 


Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: