Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 09:07

Урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

Былтыр урман янғындарының 43 проценты кеше ғәйебе менән сыҡҡан.

Урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
«Урман - беҙҙең байлығыбыҙ. Уны янғындан һаҡлағыҙ!» - тигән өндәмә беҙгә бала саҡтан таныш. Шулай ҙа кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында байтаҡ ағас яна. башҡортостан урмансылары урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, ҡоро үләнде үҙаллы яндырыуҙың хәүефе тураһында иҫкәртеү эштәрен әүҙем алып бара.
16 февралдә Туймазы урман хужалығы оҫтаһы Ирек Сәлихов ҡаланың 4-се мәктәбендә уҡыусылар алдында сығыш яһаны.
Белгес һүҙҙәренсә, урманда һәм уға яҡын урында усаҡ яғыу ҙа, пластик йә быяла шешәләр ташлап ҡалдырыу ҙа урманға берҙәй хәүефле.
Ирек Сәлихов шулай уҡ уҡыусыларға урмансылыҡта йәш белгестәр етмәүе хаҡында һөйләп, Өфө урман техник техникумы менән таныштырҙы.
Беләһегеҙ, илдә ғәмәлгә ашырылған "Экология" милли проектының әһәмиәтле бер йүнәлеше - "Урмандарҙы һаҡлау". 
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан. 


Урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Урмандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: