– Яҡынса 300 урын әҙерләйбеҙ. Кәрәк булғанда мәжбүри күсенеүселәрҙе балаларҙың социаль учреждениеларына урынлаштыра алабыҙ, улар – социаль приюттар, 193-ләгән урын, бында беҙ 3 айға тиклем урынлаштыра алабыҙ, ә балалар йорттарында 50 урын бар, унда иҫәп һәм ваҡыт буйынса сикләүҙәр юҡ. Бынан тыш, реабилитация үҙәктәре бар, 52 урын тәҡдим итергә әҙер. Ҡарттар йорттарына беҙ оло йәштәге кешеләрҙе алабыҙ.
«Ғаилә” үҙәгенә оҙайлы ҡулланылыштағы әйберҙәр – коляскалар, карауаттар, ашатыу өсөн ултырғыстар, ходункиҙар кеүек оҙайлы файҙаланыу өсөн әйберҙәр, шулай уҡ кескәйҙәр өсөн өҫ кейемдәре, комбинезон, яңы әйберҙәрҙән памперс, балалар өсөн тәғәйенләгән туҡланыу ризығы йыйыла, – ти Ленара Хәким ҡыҙы.
Фото: Т. АМАНОВ.