Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 16:47

Республика мәжбүри күсенеүселәрҙе эш урындары менән тәьмин итә аламы?

Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, бөтә республика буйынса төрлө вакансиялар бар.

Республика мәжбүри күсенеүселәрҙе эш урындары менән тәьмин итә аламы?
Республика мәжбүри күсенеүселәрҙе эш урындары менән тәьмин итә аламы?

– Беҙҙә биләмәләргә һәм һөнәрҙәргә бүлеп,  8 мең 567 вакансия исемлеге әҙерләнгән. Миҫалға килтереп китәм. Мәҫәлән, «ӨфөВита» ойошмаһында 20 эш урыны бар. Эш хаҡына килгәндә, төргәкләүсегә – 40 мең, үлсәп төрөүсегә – 40 мең,  машинисҡа 40 мең эш хаҡы түләнәсәк. Бөтә республика буйынса төрлө асыҡ вакансиялар бар. Донецк һәм Луганск республикаларынан, үҙебеҙҙең республиканан да  теләүселәрҙе вакансиялар көтә,  – ти Ленара Хәким ҡыҙы.

 

Фото:Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: