Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 15:10

Республика халҡы ДНР һәм ЛНР мәжбүри күсенеүселәренә ярҙамға ашыға

БР Башлығы Радий Хәбировтың Луганск һәм Донецк республикалары халҡына ярҙам итеү тураһында яҙған соцселтәр посын 245 меңдән ашыу кеше ҡараған. Быға битараф түгелдәр шунда уҡ яуап ҡайтара ла башлаған. Улар торлаҡ яғынан, эш менән хәлдәренән килгәнсе ярҙамға әҙер булыуын белдергән. Бар хәбәрҙәр #ЦУРБашкортостана эвакуация буйынса оперштабҡа тапшырған, иң әһәмиәтлеләре бөгөн хөкүмәттәге кәңәшмәлә яңғыраны.

Республика халҡы ДНР һәм ЛНР мәжбүри күсенеүселәренә ярҙамға ашыға
Республика халҡы ДНР һәм ЛНР мәжбүри күсенеүселәренә ярҙамға ашыға

Республиканың ситуацион антиковид үҙәгенә 19-20 февралдә ЛНР-ДНР ҡасаҡтарына торлаҡ яғынан ярҙам итергә теләүселәрҙән 50 шылтыратыу ҡабул ителгән.

Район-ҡалалар ҙа был проблеманы хәл итеүгә ҡушылған. Улар "Изгелектең ғаилә бумерангы" акцияһын дәррәү күтәргән һәм шуның менән балалар менән килеүселәргә ярҙам итәсәк. Штабтар, гуманитар ярҙам йыйыу үҙәктәре һәм пунктттары асылған. Эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр уларға тәү сиратта кәрәк әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, уҡыусылар өсөн канцелярия тауарҙары тапшыра. 

Мәжбүри күсенеүселәрҙең яртыһы-яртыһынан күберәге балиғ булмағандар. Уларҙы балалар баҡсаларына, мәктәптәргә урынлаштырыу һорауы тыуасаҡ. Республика балалалр учреждениелары ата-әсәләре менән 191 кешене ҡабул итә ала. Социаль хеҙмәтләндереү урындарында 198 буш урын бар. Шул уҡ мәлдә ваҡытлыса тораҡ урындары ла әҙерләнгән. 

 Быларҙың барыһы ла республика халҡына һәм ситтән килеүселәргә уңайлы һәм ҡулайлы булһын өсөн эшләнеүен күрһәтә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: