Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 11:20

Радик Юлъяҡшинды “Привет, Андрей!” тапшырыуында күрһәтәсәктәр

Элвин Грей Андрей Малаховтың популяр «Привет, Андрей!» телешоуының геройы булды.

Радик Юлъяҡшинды “Привет, Андрей!” тапшырыуында күрһәтәсәктәр
Радик Юлъяҡшинды “Привет, Андрей!” тапшырыуында күрһәтәсәктәр

Йырсы хәбәр итеүенсә, уның ҡатнашлығындағы тапшырыу 4 мартта уҡ эфирға сығасаҡ. Радик Юлъяҡшин алып барыусы менән нимә хаҡында һөйләшеүҙәре хаҡында әйтмәне, артист социаль селтәрҙә үҙенә яҙылыусылар алдында серҙе асманы, ләкин тамашасыларҙың уның тормошон көтөлмәгән яҡтан күрә алыуын билдәләне, шулай уҡ Малаховтың иң төплө һорауҙарына яуап биреүен белдерҙе.

– Ҡәҙерле дуҫтар, 4 мартта киске сәғәт 6 тула 5 минутта «Рәсәй 1» телеканалында мине ҡарайбыҙ, – тип саҡырҙы Элвин Грей социаль селтәрҙәге дуҫтарын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: