Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 13:10

Киҙеү һәм ОРВИ сигенә, әммә...

“Роспотребнадзор”ҙың республиканың буйынса идаралығы башлығы Анна Казак Хөкүмәт кәңәшмәһендә йоғошло сирҙәр буйынса хәл-торошто аңлатты.

Киҙеү һәм ОРВИ сигенә, әммә...
Киҙеү һәм ОРВИ сигенә, әммә...

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыу осрағы бер аҙнала 32,8 процентҡа кәмегән. Анна Казак әйтеүенсә, дауахананан тыш пневмония үткән аҙналарҙа әҙәйгән булған, әммә әле яңынан артҡан. Был кешеләрҙең табиптарға һуңлап мөрәжәғәт итеүенән булыуы ихтимал.

Әйткәндәй, бөгөнгә ҡарата республикала ОРВИ һәм киҙеү сәбәпле 141 класс ябылған, шулай уҡ дөйөм ике мең уҡыусыһы менән 11 мәктәп карантинда.

Фото: Т. Аманов.

Киҙеү һәм ОРВИ сигенә, әммә...
Киҙеү һәм ОРВИ сигенә, әммә...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: