Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 15:00

Ирекмәндәр өсөн шәп мөмкинлек!

Быйыл йәй илебеҙ волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. 

Ирекмәндәр өсөн шәп мөмкинлек!
Ирекмәндәр өсөн шәп мөмкинлек!

Ярыш 26 августан 11 сентябргә тиклем Рәсәйҙең 11 ҡалаһында үтә. Бөгөн ирекмәндәр программаһы старт алды. Йылдың иң ҙур спорт ваҡиғаһында 18 йәште үткән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ойоштороу комитетының рәсми сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк – volley2022.ru/volunteersӘлбиттә, инглиз телендә һөйләшеү, командала эшләй белеү мотлаҡ. 

«Ирекмәндәр – ҙур спорт сараларының тотҡаһы. Улар донъя чемпионатында 25-се команда булып тупланасаҡ. Егет-ҡыҙҙарҙың төп бурысы – ярыш осоронда татыу һәм ҡунаҡсыл мөхит булдырыу. Был йәһәттән Рәсәйҙең ирекмәндәр хәрәкәте ҙур тәжрибәгә эйә», – тип белдерә чемпионаттың ойоштороу комитеты директоры Роман Станиславов.

Бөтә ирекмәндәр ҙә сағыу тәьҫораттар менән бергә экипировка комплекты, иҫтәлекле сувенирҙар аласаҡ. Шулай уҡ улар страховкалана, бушлай транспортта йөрөү мөмкинлеге бирелә. Барлыҡ спорт объектында бушлай туҡланыу ҡаралған.

Чемпионатты уңышлы үткәреү өсөн 3,5 меңдән ашыу ирекмән талап ителә. Июнь-июль айҙарында курстар башлана. Августа функциональ һәм объект уҡыуҙары үтә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: