Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 17:22

Фронтовикты талап үлтереүселәргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды

Бөгөн Башҡортостандың Юғары суды Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Иван Несмеяновты үлтереүҙә ғәйепләнгән ике кешегә (Ҡыйғы районынан 41 йәшлек иргә һәм Силәбе өлкәһенән 33 йәшлек иргә) хөкөм ҡарарын сығарҙы - уларҙың береһе 23 йылға иркенән мәхрүм ителһә, икенсеһе - 10 йылға.

Фронтовикты талап үлтереүселәргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды
Фронтовикты талап үлтереүселәргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарылды

Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында йәшәгән 100 йәшлек фронтовик Иван Несмеяновты 2020 йылдың 9 июлендә ыҙалатып язалап үлтереүҙәре хаҡындағы хәбәр барыһын да тетрәндергәйне. Эшләмәйенсә генә аҡса табыу уйы менән янған ҡанһыҙ әҙәмдәр бабайҙың аҡсаһын да урлап йәшерә. Оператив-эҙләү саралары барышында енәйәтселәр табыла. Береһе - ветерандың ауылдашы...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: