Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы башланыу айҡанлы 21 февралдә БР Милли музейында «Евразия халыҡтарының эпик мираҫы» тип исемләнгән күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы БР Башлығы исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сәләмләне.
«Беҙ был күргәҙмә менән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылын асабыҙ. Ғәҙәттә, эпостарҙан беҙ мәҙәниәт, философия, йолалар хаҡындағы белемде алабыҙ. Уларҙы һаҡлау, өйрәнеү һәм киләһе быуындарға тапшырыу мөһим», - тине Азат Бадранов.
Күргәҙмәлә башҡорт милләтенең һәм башҡа Рәсәй халыҡтарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, тарихи китаптары һәм документтары тәҡдим ителә. Улар Пермь крайынан, Башҡортостандан, крайҙы өйрәнеүселәр музейҙарынан, шәхси коллекцияларҙан йыйылған. Экспонаттар халыҡтарҙың бай тарихын һәм мәҙәниәтен сағылдыра.
«Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнөндә асылған күргәҙмә эпос тыуҙырған халыҡ мәңге йәшәйәсәген иҫбатланы», – тип баһаланы күргәҙмәне Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина.
Күргәҙмә 21 мартҡа ҡәҙәр эшләй. Уны иртәнге сәғәт 11-ҙән киске сәғәт 18-гә тиклем ҡарарға мөмкин. Дүшәмбе – ял көнө. Билеттарҙы Пушкин картаһы менән алырға мөмкин.