Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 16:12

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

13-20 февралдә Башҡортостан юлдарында 36 автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кеше һәләк булған, 41 кеше яраланған.

БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары
БР ЮХХДИ: Аҙна йомғаҡтары

20 машина бәрелешкән;

5 машина юлдан осоп түңкәрелгән;

9 йәйәүле төрттөрөлгән, тапалған.

15 646 тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән;

245 иҫерек водитель тотолған;

313 водитель тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, үҙенең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған;

310 ата-әсә балаларҙы машинала йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған;

491 йәйәүле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

463 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

158 водителдең алдан һалынған штрафты түләмәгәне асыҡланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: