Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 17:28

«Беҙҙә ресурстар бар, барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә әҙербеҙ»

Башҡортостан табиптары мәжбүри күсенеүселәргә ниндәй медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер? Бының өсөн ресурстар етәме? Әгәр ҙә улар араһында медиктар булһа, республиканың медицина ойошмалары уларға эш бирергә әҙерме?

«Беҙҙә ресурстар бар, барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә әҙербеҙ»
«Беҙҙә ресурстар бар, барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә әҙербеҙ»

– Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарынан алынған яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һаулыҡ торошо буйынса ниндәйҙер үҙгәрештәр булған мәжбүри ҡасаҡтарға Ростов өлкәһендә ярҙам күрһәтеләсәк. Туранан-тура беҙгә шартлы рәүештә һау-сәләмәт кешеләр киләсәк. Әммә барыбер скрининг, тест үтеү кәрәклеге буйынса бөтә саралар ҙа уҙғарыласаҡ. Беҙҙә ресурстар бар, барлыҡ медицина ярҙамын күрһәтергә әҙербеҙ. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килеүселәргә медицина ярҙамы тулы кимәлдә күрһәтеләсәк.

Уларҙың араһында медиктар булһа, ҡаралған аккредитация механизмын үткәс, эшкә урынлаша алалар, – ти Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

 

Автор: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: