“Донецк һәм Луганскиҙың ғәйепһеҙ халҡының ғүмере ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыла. Был үҙ халҡын уйламаған, амбицияларын ғына ҡайғыртҡан аҡылһыҙ ил етәкселеге арҡаһында шулай. Башҡортостан халҡы Бөйөк Ватан һуғышында үҙе ауыр хәлдә булһа ла, Украинанан эвакуацияланған кешеләрҙе тәүгеләрҙән булып ҡабул итә. Беҙ мөһим һәм кәрәк саҡта ойоштора ла, ойоша ла алабыҙ. Яңы йыл алдынан Луганск халҡына ярҙам ылауы була, тигәс тә, ағинәйҙәр ойошмаһы үҙ өлөшөн индерҙе. Әле лә район штабында ярҙам саралары йыйыуға акция иғлан ителде. Бында ла ҡушылдыҡ. Беҙ мохтаж халыҡҡа теләктәшлек күрһәтергә әҙер”.
Фото: vk.com