+16 °С
Болотло
Беҙгә 2000 тирәһе кеше килеүе ихтимал. Улар ДНР һәм ЛНР-ҙан һуғыштан ҡасып килеүселәр.
Әлбиттә, бындай яҙмышҡа дусар булырға яҙмаһын. Күбеһенсә, ҡасаҡтар - ололар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар.
Беҙҙең район-ҡалаларҙа ярҙам күрһәтеү буйынса штабтар булдырылған.
БР Башлығы Радий Хәбиров мәжбүри күскенселәрҙе иң тәүҙә кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итергә ҡушты. Балалар килеү менән уҡыуын да өҙмәһен өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары биреү ҙә талап ителә.
Республика халҡы әле үк ярҙам үҙәктәренә әйберҙәр килтерә башланы.
Фото: ГТРК.