Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 13:50

Башҡортостан вертолет һатып алған

Ул урман янғындарына, ташҡынға ҡаршы көрәштә файҙаланыласаҡ.

Башҡортостан вертолет һатып алған
Башҡортостан вертолет һатып алған

Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, экипажды уҡытып алырға һәм йәйгә әҙерләнә башларға кәрәк.

«Әле пилоттар әҙерлек үтә. Артабан Федераль һауа транспорты агентлығынан рөхсәт алырға кәрәк. Мартта вертолет ташҡынға ҡаршы сараларҙа тәүге осош яһаясаҡ», — тип белдерә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: