Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 14:10

Башҡортостан спортсылары Олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында беҙҙең республиканан 14 спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан спортсылары Олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны
Башҡортостан спортсылары Олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны

БР спорт министры Руслан Хәбибов бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, Башҡортостандан тәүге тапҡыр Олимпиаданың йыйылма командаһына спортсылар бынан 70 йыл элек индерелгән. 1952 йылда Хельсинкиҙа уҙған 15-се Йәйге Олимпия уйындары булған ул.

Әлеге Ҡышҡы Олимпиадала Башҡортостан спортсылары Рәсәйҙең дөйөм миҙалдар йыйылмаһына 4 бронза өҫтәне.

Ил төбәктәре араһында миҙал һаны буйынса республикабыҙ (0-0-4) дүртенсе урында. Беҙҙең менән бер рәттән – Мәскәү өлкәһе (0-2-2), Татарстан (0-3-1), Санкт-Петербург (1-1-2). Ә беҙҙән алда Мәскәү (10 миҙал), Архангел (8) һәм Төмән өлкәләре (8).

Беҙҙең Эдуард Латипов өс миҙал яуланы. Тағы бер миҙал – Семен Елистратовта.

“Ҡышҡы Олимпиадала күп миҙал алыуыбыҙ Башҡортостандың ҡышҡы спорт төрҙәре төбәге икәнен дәлилләй. Беҙ тау саңғыһы, сноуборд буйынса ла уңыштар яулай алабыҙ”, – тине Хәбибов үҙ сығышында.

Радий Хәбиров та спортсыларыбыҙҙы тағы бер тапҡыр ҡотланы.

Башҡортостан спортсылары Олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны
Башҡортостан спортсылары Олимпиадала лайыҡлы сығыш яһаны
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: