Журналист Үтәшеванан, өс йыл бергә йәшәгәндән һуң һәм ун йылдан һуң ғаилә тормошонда ниндәй айырма бар, тип һораны.
- Йылдар үткән һайын яҡшыраҡ кеүек. Кемдең нисектер инде. Тәүге тапҡыр кеүек бик шәптән түгел, тип әйтеүселәр ҙә табылыр, ә беренсеһе лә һәр саҡ бик шәп булмауы бар. Ә инде бер нисә йылда һөйгәнеңде тағы ла яҡыныраҡ беләһең, яратҡан ризыҡтарын, уға күпме тоҙ өҫтәргә һәм башҡалар..., – тип билдәләне Ләйсән.
Павел Воля, үҙ сиратында, Ирина Шихманға ғаиләлә бер тапҡыр ҙа әрләшмәүҙәре хаҡында һөйләне. Комик бер-береһен яратҡан ике кешенең ни өсөн әрләшеүҙәрен аңламай.
- Ултырырға, һөйләшергә һәм һөйләшеп килешергә генә кәрәк. Минең өсөн әлегә тиклем беҙ бер-беребеҙгә үсегеп һөйләшмәй йөрөү ҡырағай. Быны бөтөнләй аңламайым һәм аңларға ла теләмәйем. Ләйсән дә, нимәлер оҡшамаһа, ваҡытында уҡ әйтә һәм хәл итә.
Фото: Т. Аманов