Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 14:29

“Башҡортостан халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә”

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар тураһында ла һүҙ булды.

“Башҡортостан халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә”
“Башҡортостан халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә”

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың доклады:

“Халыҡ сәнғәтен киң таратыу һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының этно-мәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау маҡсатында, Президент Указы менән 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде.

Был тематик йылда Башҡортостан Республикаһында үткәреләсәк саралар сиктәрендә бөгөн Башҡортостан Республикаһы Милли музейында "Евразия халыҡтарының эпик ҡомартҡылары" күргәҙмәһе асылды.

Тәүге тапҡыр бер күргәҙмә эсендә Евразия халыҡтарының эпостарын һәм фольклорын сағылдырған матди һәм рухи мәҙәниәт ҡомартҡылары тупланды. Шул иҫәптән, башҡорт халҡының иң күләмле һәм иң боронғо "Урал батыр" эпик ҡомартҡыһы, ҡырғыҙҙарҙың "Манас" эпосы, яҡуттарҙың "Олонхо"һы, ҡалмыҡтарҙың "Джангар"ы, үзбәктәрҙең "Алпамыша" әҫәре, карел менән финдарҙың "Калевала"һы һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләре менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәне асыуҙы беҙ йыл һайын 21 февралдә үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышланыҡ.

 Туған телдәр – һәр халыҡтың мәҙәни ҡаҙанышы. Бында классигыбыҙҙың "Теле барҙың – иле бар" тигән үлемһеҙ һүҙҙәрен иҫкә алып китеү урынлы булыр.

Эпидимиологик хәл арҡаһында Туған телдәр көнөнөң байтаҡ сараһы онлайн йәки ҡатнаш рәүештә үтә.

Социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләү флешмобы башланды. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Минең Рәми" проекты старт алды – ул Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырының республика халыҡтары телдәрендә яңғыраған видеояҙмалары.

Туған телдәрҙе пропагандалауҙа интернет-ресурстарҙың әһәмиәтен иҫәпкә алып, төбәктә Башҡорт википедистарының форумы ойошторолдо.

Бөгөн Конгресс-холл бинаһында "Урал батыр" эпосын өйрәнеү буйынса төбәк-ара конференция, ә республика мәктәптәрендә тематик асыҡ дәрестәр үтә.

Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙе ошо сараларға ылыҡтырыу өсөн, сауҙа үҙәктәрендә, йәмәғәт транспортында махсус аудио- һәм видео материалдар урынлаштырылды.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы буйынса Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте бар ведомство ҡатнашлығында 60-тан  ашыу сара туплаған  план ҡабул итте. Был план муниципаль райондар һәм ҡала округтарының хакимиәттәренә еткерелде.

Иғлан ителгән Йыл саралары республиканың бар муниципаль берәмектәрендә лә әүҙем үтергә тейеш, тип һанайым, шуның өсөн райондар һәм ҡалалар башлыҡтарына урындағы пландарҙы әҙерләүен һәм ҡабул итеүен һорайым.

Мәҙәни мираҫ йылында республика халыҡтарының традицион милли-мәҙәни байрамдары, йола байрамдары уҙасаҡ.

Был йүнәлештә Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм уның филиалдары – тарихи-мәҙәни үҙәктәре менән әүҙем эш алып барыла. Республикала бындай үҙәктәр – 25, Рәсәй төбәктәрендә – 6.

Халыҡтың тарихи-мәҙәни мираҫын, мәҙәни кодын һаҡлауҙың  һөҙөмтәле ысулы – ул төбәк брендтары. Был эш 2018 йылда, Башҡортостан Республикаһы “Ҡурай” тауарының ерлеген теркәүҙән башланды. Бөгөн патент алыу өсөн солоҡсолоҡ, башҡорт орнаменты, башҡорттарҙың милли эш костюмы, дебет шәл һәм башҡалар өлгөләр әҙерләнә.

Патент алыу уникаль брендтарҙы тауарҙың ерлегендә киң таратыуға юл аса. Халыҡ ижадын илдең мәҙәни донъяһында танытыуға өлгәшә.

Киләһе йыл башҡорт сәсәндәренең үҙенсәлекле сәнғәтен йәйелдереү буйынса эште көсәйтергә ниәтләйбеҙ. Беҙ сәсәндәр мәктәбен булдырҙыҡ, улар республиканың рәсми документтарына индерелде һәм “Халыҡ сәсәне” тигән почетлы исем бирелә башланы. Шуныһы һөйөнөслө – онотолоп барған сәсәнлек йолаһы тергеҙелә, сәсәндәр мәктәптәренең бишеһе муниципалитеттарҙа эшләп килә, унда уҡытыу эше алып барыла.

Киләсәктә халыҡ кәсептәрен һаҡлау, үҫтереү һәм киң таратыу менән бәйле фестиваль хәрәкәтен дә яңы кимәлгә сығарыу бурысы тора. Боронғо халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре (халыҡ уйын ҡоралдарын яһау, ҡорама ҡорау, балаҫ һуғыу, башҡорт шәле бәйләү һәм башҡа һөнәрҙәр) мотлаҡ үҫеш алырға тейеш.

Мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә Мәғариф һәм фән министрлығы, Архив эштәре буйынса идаралыҡ, Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт кимәлендә һаҡлау буйынса идаралыҡ һәм башҡа учреждениелар буйынса бер нисә фәнни-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған.

Халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыусылар конкурстары, милли мәҙәниәттәр фестивалдәрен үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.

2022 йылда ла Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәни мираҫ Законын бойомға ашырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш дауам итәсәк. Бөгөн 77 уникаль өлгөнө туплаған матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары Реестрын беҙ ныҡ ҡына тулыландырырға уйлайбыҙ. Матди булмаған мәҙәни объекттарҙы теркәү өсөн республиканың муниципаль берәмектәренә сығыуҙы күҙаллайбыҙ.

Республикабыҙҙың тәүгеләрҙән булып ошо өлкәне яйға һалыу өсөн норматив акт ҡабул иткәнен, бөгөнгө көндә был параметрҙар Федерация Советы кимәлендә ҡаралғанын айырым әйтеп үтәйек.

Башҡортостан Республикаһының халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә, һәм тематик йыл  ошо байлыҡтарҙы һаҡлау өсөн тағы ла әүҙемерәк эшләргә бер этәргес буласаҡ”.

Фото: vk.com

 

“Башҡортостан халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә”
“Башҡортостан халыҡтары иҫ китмәле бай мәҙәни мираҫҡа эйә”
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: