Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 15:31

Башҡортостан Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған мәктәп уҡыусыларына, студенттарға уҡыуҙарын дауам итеү мөмкинлеге бирерме?

Был һорауға республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин яуап бирә.

Башҡортостан Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған мәктәп уҡыусыларына, студенттарға  уҡыуҙарын дауам итеү мөмкинлеге бирерме?
Башҡортостан Донецк һәм Луганск республикаларынан эвакуацияланған мәктәп уҡыусыларына, студенттарға уҡыуҙарын дауам итеү мөмкинлеге бирерме?

– Беҙгә, Башҡортостан Республикаһы территорияһына, килгән балалар, белем кимәленә ҡарамай, белем алыу процесы менән тәьмин ителәсәк. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы балалар баҡсаһына ҡабул итәсәкбеҙ. Мәктәп йәшендәгеләр мәктәпкә барасаҡ. Беҙ барыбыҙ ҙа ата-әсәләрҙән көндөҙгө бүлектә уҡыуҙарын талап итәбеҙ. Донецк, Луганск республикалары балаларының дистанцион белем биреү форматына әҙер булыуына ышанмайбыҙ әле. Һөнәри һәм юғары белем алып йөрөгән студенттарға ла колледждарҙа белем алыу мөмкинлеге биреләсәк.

Ял көндәрендә был республикаларҙағы дөйөм белем биреү мәктәптәренең уҡытыу пландарын тулыһынса анализланыҡ, колледж-техникумдарҙың да уҡыу пландарын ҡарап, үҙебеҙҙеке менән сағыштырҙыҡ, әллә ни айырма юҡ, шуға күрә улар тиҙ арала уҡыу барышына инеп китерҙәр, тип ышанабыҙ, – тине Айбулат Вәкил улы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: