ЮНЕСКО юғалыу хәүефендә будған телдәрҙе һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Баҡһаң, донъялағы ете меңләп телдең яртыһы бөтөп бара икән. Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу телдең юғалыу хәүефе бар.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (ООН) ла Халыҡ-ара туған телдәр көнө булдырыуҙы хупланы.
Ҡыҙыҡлы факттар
БМО-ның һәр рәсми теленең үҙ көнө бар. Мәҫәлән, рус теле көнө – 6 июнь, инглиз теле көнө – 23 апрель, испан теле көнө – 12 октябрь һ.б.
Интернет ресурстарының 54 проценты – инглиз телендә. Рус телендә – алты процент.
Әгәр ҙә теге йәки был телдә 100 меңдән дә әҙерәк кеше һөйләшә икән, уның юғалыу хәүефе юғары.
Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яратайыҡ, таратайыҡ!