Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Февраль 2022, 11:36

Ауылда шулай йәшәйҙәр

Күгәрсен районының Сәлих ауылы “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсының республика этабында ҡатнаша.

Ауылда шулай йәшәйҙәр
Ауылда шулай йәшәйҙәр

Сәлих ауылының абруйлы, күркәм ғаиләләренең береһе ул Иҫәнғоловтар. Ришат Рузин улы менән Нилә Нурый ҡыҙы был ауылда төпләнеп йәшәүҙәренә лә утыҙ йыл самаһы ваҡыт үтеп тә киткән. Йорт хужаһы оло юл буйындағы Дәүләтша ауылынан булһа, Нилә апай ошо ауылда тыуып үҫкән.

Матур ғаилә тураһында беҙгә Күгәрсен районындағы әүҙем авторыбыҙ, шағирә, журналист Айгөл Айытҡолова яҙып ебәргән.

– Атайым Нурый Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1906 йылғы ине. Колхозда умартасы булды, аҙаҡ һатыусы булып эшләне. Әсәйемдең исеме Нәзирә, ул Тәүәкән ауылынан. Ул да төрлө эштә йөрөнө колхозда, сөгөлдөр ҙә утаны, игенселәргә аш та бешерҙе. Атайымдың тәүге ҡатыны үлеп, биш бала менән тороп ҡалғас, әсәйемә өйләнә. Тағы ла һигеҙ балаға ғүмер бирәләр. Мин әсәйемдең һигеҙенсе балаһы булһам, атайымдың – ун өсөнсөһө. Беҙҙе, ун өс баланы, кеше иттеләр. Һуғыштан һуңғы ауыр заманалар, юҡлыҡ, етешһеҙлек күрһәләр ҙә, береһен дә ситкә типмәй, артыҡһынмай әсәйем. Мин ул ваҡытта бәләкәй булһам да, аҙаҡҡы бер-икәүһенең туйҙарын да хәтерләйем. Хәҙер береһе лә ҡалманы инде. Әсәйемдең баш балаһы – оло апайыма ла хәҙер 75 йәш тулды бит инде. Шөкөр, һигеҙебеҙ ҙә иҫәнбеҙ, – тип һөйләй Нилә апай ата-әсәһе тураһында.

Ике балаға ғүмер биреп, уҡытып, оло юлға сығарған Иҫәнғоловтар. Ҡыҙҙары Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, Мәләүез ҡалаһында ветеринария йүнәлеше буйынса эшләй. Улдары Азамат нефть колледжын тамамлап, ир-егеттәргә кәрәкле һөнәр алып хәҙер алыҫ Себер тарафтарында йөрөй.

– Ауыл ерендә йәшәгәс, мал да ишле. Ике һыйырҙан да кәм тотмайбыҙ. 3-4 башмаҡ, быҙауҙар, тиҫтәләгән кәзә-һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Иртә яҙҙан алабыҙ ҡош-ҡортто. Йәй буйына ҡарап, бағып, мул ғына итеп ашатып үҫтерәбеҙ. Һыуыҡтар төшкәс, һәр йортта ҡаҙ өмәләре гөрләй башланы, ҡош-ҡорт таҙарған, һуҡтаһы ла бөткән. Әле бер нисә көн элек кенә туғандар, балалар менән йыйылышып, беҙ ҙә ҡаҙ өмәһе үткәрҙек.

Баҡса ла үҫтерәбеҙ, ҡышҡылыҡҡа йәшелсә тоҙлап, салаттар ябып, ҡайнатмалар эшләп алам. Ҡоролоҡ булһа ла, картуф та үҙебеҙгә етерлек булды, – ти Нилә апай Хоҙай биргәненә шөкөр итеп.

Хужабикә аш-һыуға ла оҫта. Тәмле итеп төрләндереп бәлештәр һалһынмы, күпереп кенә торған өй икмәге, баллы сәк-сәктәр бешерһенме, майҙа ғына йөҙҙөрөп ҡоймаҡ ҡойһонмо – кем инһә лә һәр ваҡыт өҫтәл тулы һый-ниғмәт, яҡты сырай, йылы һүҙ был йортта. #Айыҡауыл2021#Сәлихауылы#Күгәрсенрайоны

 

Фото: А. Айытҡолова.

Ауылда шулай йәшәйҙәр
Ауылда шулай йәшәйҙәр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: