Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2022, 16:02

Янғында ир кеше һәләк булған

Кисә 21.05 сәғ. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ауылдың Ленина урамында урынлашҡан ағас йорттоң яныуы асыҡлана. 

Янғында ир кеше һәләк булған
Янғында ир кеше һәләк булған

Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар юллана. Янғын 21.45 сәғ. һүндерелгән.

Утты һүндергәндә 1986 йылғы ирҙең янған кәүҙәһе табыла. 

Янғындың сәбәптәре асыҡлана.

Йыл башынан алып республикала 708 янғын теркәлгән, утта 37 кеше һәләк булған.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы. 

 

Янғында ир кеше һәләк булған
Янғында ир кеше һәләк булған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: