Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2022, 12:46

Сибайҙағы госпиталь ҡасан ҡабул итә башлаясаҡ?

Был һорауға БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яуап биргән.

Сибайҙағы госпиталь ҡасан ҡабул итә башлаясаҡ?
Сибайҙағы госпиталь ҡасан ҡабул итә башлаясаҡ?

Сибайҙағы инфекция госпитале 18 марттан тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡ. Был турала Андрей Назаров социаль селтәрҙә яҙған.

«Төҙөүселәр эске һәм тышҡы селтәрҙәрҙе һуҙыуға тотондо. Зубов һәм Стәрлетамаҡтағы кеүек үк бында ла бөтә нәмәне параллель эшләйҙәр: төҙөлөш бара, ҡорамалдар ҙа алына, персонал уҡытыла, лицензия өсөн документтар әҙерләнә. Эҙмә-эҙлекле эшләһәк, быға минимум ярты йыл ваҡыт китер ине. Әле майҙансыҡта 400 кеше эшләй. Уларҙың һанын күбәйтергә ҡуштым. Резерв бар, ваҡыт әҙ ҡалды. Тәүге пациенттарҙы 18 марттан ҡабул итергә тейештәр», — тип яҙған ул.

Фото: "Башинформ"

 

Сибайҙағы госпиталь ҡасан ҡабул итә башлаясаҡ?
Сибайҙағы госпиталь ҡасан ҡабул итә башлаясаҡ?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: