+20 °С
Болотло
— Һеҙ белергә тейешле биш нәмә бар. Был хаҡта гел иҫтә тотоғоҙ, онотмағыҙ! Шул саҡта иң яҡшы ҡәләм булырһығыҙ, — тип башлаған һүҙен кеше. — Беренсенән, һеҙ күп бөйөк нәмә эшләй алырһығыҙ, тик бының өсөн кемгәлер үҙегеҙҙе ҡулда тоторға рөхсәт итергә тейешһегеҙ. Икенсенән, ослау кеүек ауырыраҡ нәмәне кисерһәгеҙ ҙә, түҙегеҙ – был иң яҡшыһы булыу өсөн һынау. Өсөнсөнән, үҙ хатағыҙҙы үҙегеҙ төҙәтә алаһығыҙ. Дүртенсенән, һеҙҙең иң мөһим өлөшөгөҙ – эстә (тимәк, күңелдә). Бишенсенән, һеҙҙе ҡайҙа ғына ҡулланһалар ҙа, эҙ ҡалдырығыҙ. Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, яҙырға тырышығыҙ.
Ҡәләмдәр оҫтаны аңлаған һәм үҙ тәғәйенләнештәрен үтәү өсөн юлға сыҡҡан.
Ә һеҙ аңланығыҙмы?
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.