Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2022, 19:48

Башҡортостан халҡы ярҙам итергә әҙер

Республика менән идара итеү үҙәгенән белдерәләр: Башҡортостан ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтергә әҙер.

Башҡортостан халҡы ярҙам итергә әҙер
Башҡортостан халҡы ярҙам итергә әҙер

БР Башлығы Радий Хәбировтың мөрәжәғәтенән һуң (https://vk.com/radiyhabirov?w=wall413272232_761429) республиканың төрлө районы һәм ҡалаһынан Донбасс ҡасаҡтарына ярҙам итеү тураһында хәбәрҙәр килде.

Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһында ла махсус штаб булдырылған. Ярҙамды Ғаилә хеҙмәте ҡабул итә. 
Благовещен районы ҡасаҡтарға кәрәкле әйберҙәр исемлеген баҫҡан. 

Ишембай районы ла килеүселәрҙе ҡабул итергә әҙерлеген белдергән. Ярҙам әйберҙәрен «Семья» үҙәгендә тапшырырға була.

Ҡалтасы районы хакимиәте лә ярҙамға әҙерлеге тураһында яҙған.

Фото: ЦУР Башҡортостан

Башҡортостан халҡы ярҙам итергә әҙер
Башҡортостан халҡы ярҙам итергә әҙер
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: