“Петушок”тар бөгөн дә һатыла. Тик тәме генә, кем әйтмешләй, сәүит заманындағы кеүек түгел.
Рәсәйҙә ҡаты кәнфиттәр XV быуатта уҡ етештерелә башлай. Тәүҙә уларҙың бәғзеләрен йүткереүҙән дауалау өсөн ҡулланалар. Кемдер имеҙлек өсөн дә ҡайнатылған шәкәрҙе файҙаланған. Тик уның сабыйҙың тешен боҙоуын белгәс, туҡтатҡандар.
“Петушок”тың бер рецебын да яҙайыҡ әле.
Шәкәр – 200 г
Һыу – 100 мл
Лимон һуты – бер балғалаҡ
Әҙерләү ваҡыты – 15 минут. Алты порция.
Барыһы ла бик ябай: һыу менән шәкәрҙе болғатып, лимон һуты өҫтәп, иң әкрен утҡа ҡуйып, ҡайнатырға. Форманы көнбағыш майы менән майларға. Масса алтынланып ҡуйыра башлағас, формаға ҡойорға ла, ҡатҡанын (шырпы тығып белергә була) көтөргә генә.
Формағыҙ булмаһа ла, аптырамағыҙ, силикон һауыт йә тәрилкәгә лә ҡойорға мөмкин. Нисек тә ашала ул)))
Фото: vk.com