Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Февраль 2022, 21:24

90 йәшлек бабайҙы алдап, аҡсаһын урлағандар

Өфөнөң Совет урамында йәшәгән 90 йәшлек бабайҙың ишегенә кисә киске сәғәт биш тирәһендә туҡылдатҡандар. Бабай ишекте асҡас, һөйкөмлө йәш ҡыҙ үҙен медицина хеҙмәткәре итеп танытып, күҙҙең баҫымын тикшерергә килеүен аңлатҡан. Пенсионер уға ышанып, фатирға индергән, ишекте бикләмәгән. Саҡырылмаған ҡунаҡ бабайҙың күҙ баҫымын үлсәгән булып, һаулығы тураһында һорауҙар менән албырғатҡан мәлдә ҡыҙҙың енәйәттәше фатирҙы тентегән.

90 йәшлек бабайҙы алдап, аҡсаһын урлағандар
90 йәшлек бабайҙы алдап, аҡсаһын урлағандар

Шкафтағы сумканан 70 мең һум аҡсаны урлағас, ҡунаҡтар тайған. Бабай аҡсаның юғалғанын бөгөн генә күреп, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Әлеге ваҡытта енәйәттә ғәйепләнеүселәрҙе эҙләйҙәр.

Оло йәштәге яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ - яттарға ишек асмаһындар!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: