Ишеттегеҙ, Донбаста хәлдәр ҡатмарлы. ДНР менән ЛНР-ҙан мобилизация башланған. Беҙҙең республика ла ҡасаҡтарҙы ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе.
Ә бына Донбасс халҡы әлегә Ростов өлкәһенә күпләп сыға, ти. Шуға ла уның губернаторы Президентҡа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Владимир Путин МЧС-ты ебәргән һәм РФ Хөкүмәтенә Ростов өлкәһенә килгән һәр кешегә (ДНР менән ЛНР-ҙан, билдәле) 10 000 һум аҡса түләүҙе тәьмин итергә ҡушҡан. Ә меңәрләп, йөҙәр меңәрләп килһәләр? Юҡ, беҙгә йәл түгел...
Фото: Кремлин.ру