Был башлыса медицина тикшереүе үтеүгә ҡағыла. “Росгвардия”ның Мәскәү буйынса баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Вадим Медведев ТАСС агентлығына әйтеүенсә, марттан башлап, ҡорал йөрөтөргә рөхсәт алыу өсөн кешенең сәләмәтлек торошо ентекле тикшереләсәк. Ә “Росгвардия” бындай тикшереүҙең дөрөҫлөгөн тишерәсәк.
Яңы закон буйынса ҡорал йөрөтөүгә тәүгә рөхсәт алыусылар ҙа, бығаса ҡоралы булғандар ҙа (хәрбиҙәрҙән тыш) медкомиссия үтергә тейеш.
Ҡапыл ғына ҡорал тотоу ярамаған яңы сире килеп сыҡһа, тимәк, бығаса рөхсәте булған кешеләр лицензияһын кире тапшырырға бурыслы.
Шулай уҡ патрондарҙың, ҡоралдың һәм уларҙың хужаһының электрон иҫәбен алып барыу тәҡдим ителә.
Фото: ТАСС.