Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2022, 21:00

Ниндәй сәй эсергә яратаһың?

Ниндәй сәй яратыуыңа ҡарап, холҡоңдо ла белеп була.

Ниндәй сәй эсергә яратаһың?
Ниндәй сәй эсергә яратаһың?

Ҡара сәй. Был сәйҙе үҙ иткәндәр бер урында ғына ултыра алмай, энергияһы ташып бара, үҙ-үҙенә бик ышаныусан.

Емеш-еләк сәйе. Әлеге сәйҙе үҙ күргән кеше менән еңел таныша, шарттарҙы алмаштырыуҙан ҡурҡмай, ҡыланырға ярата.

Аҡ сәй. Уны үҙ иткән кеше ижади һәм төрлө яҡлы шәхес, уңайлыҡ һәм матурлыҡ ярата.

Йәшел сәй. Был сәйгә өҫтөнлөк биргәндәр үҙ тормошо менән генә мауыға, тыныс.

Сәскә сәйе. Был сәйҙе яратҡан кеше көтөлмәгән урында илһам таба, кешеләрҙе ҡайғыртыусан.

Ромашкалы сәй. Был сәйҙе күңел асырға һәм ял итергә яратыусылар үҙ итә.

Хуш еҫле сәй. Был сәйҙе яратыусы кешенән һәр саҡ ыңғай энергия ташып тора, бик ихлас күңелле.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: