Дәүләт Думаһы тәүге уҡыуҙа бындай урындарҙа сүп-сар ташлаған өсөн административ штраф индереү тураһында закон проектын ҡабул итте. Граждандарға – 10-15 мең, шәхси эшҡыуарҙарға – 20-30 мең һум, юридик шәхестәргә 30-50 мең һум штраф ҡаралған.
Әгәр ҙә инде хоҡуҡ боҙоу видеокамера аша теркәлһә, транспорт сараһы хужаһына штраф 10 мең һум тәшкил итәсәк. Бер йыл эсендә сүп-сарҙы ҡабаттан ташлаған өсөн штраф күләме арттырыла: граждандарға – 20 –30 мең һум; шәхси эшҡыуарҙарға – 40-60 мең һум (транспорт сараһын тартып алыу ихтималлығы менән); юридик шәхестәргә – 60-100 мең һум. Әгәр ҡағиҙә боҙоу йәнә камераға эләкһә, водитель 20 мең һум штрафҡа тарттырыла.
Бынан тыш, закон проекты йөк машиналары, тракторҙар һәм тағылмалар ярҙамында махсус полигондарҙан ситкә сығып киткән ҡалдыҡтар өсөн яуаплылыҡты арттырырға тәҡдим итә. Граждандарға – 50 мең һумға, шәхси эшҡыуарҙарға – 80 мең һумға, юридик шәхестәргә 120 мең һумға тиклем штраф һалына.
Фото: Т. АМАНОВ.