Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2022, 12:20

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә республикала көндәрҙең йылыныуы көтөлә. Метеорологтар мәғлүмәте буйынса, 19, 20 һәм 21 февралдә һауа температураһы 2 градусҡаса йылынасаҡ.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы, елдең көсәйеүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ - 5, урыны менән 10 градус һалҡын. Алдағы ике көндә, 20 һәм 21 февралдә, епшек ҡар, боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары, шулай уҡ көслө ел сығыуы фаразлана. Һауа температураһы төндә - 1-6 градус һалҡын, көндөҙ 3 һалҡындан 2 градусҡаса йылы буласаҡ. Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: