Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2022, 17:30

Күмертауҙа табылған ҡыҙҙың үлеме тураһында ҡот осҡос мәғлүмәттәр билдәле булды

Ни өсөн ул үлер алдынан сисенгән?

Күмертауҙа табылған ҡыҙҙың үлеме тураһында ҡот осҡос мәғлүмәттәр билдәле булды
Күмертауҙа табылған ҡыҙҙың үлеме тураһында ҡот осҡос мәғлүмәттәр билдәле булды

Яңыраҡ үтеп барыусылар Күмертау гараждары янында 25 йәшлек ҡыҙҙың мәйетенә юлыға. Билдәле булыуынса, ул Ермолаев ауылынан 25 йәшлек Вера Г. булып сыҡҡан. Һәләк булған ҡатын ҡарҙа өҫкө кейемһеҙ ятҡанға күрә, ҡайһы берәүҙәр уның үлеме криминаль характерҙа булыуы мөмкин тип иҫәпләгән.
- Үлемдә бер ниндәй ҙә криминал юҡ. Уны ярып ҡарағандар, ул ҡыҙҙың һыуыҡтан вафат булыуын күрһәткән. Үкенескә күрә, мәрхүм йыш ҡына спиртлы эсемлек эскән, был юлы ла иҫерек килеш өйөнә ҡайтып барған. Ә кейемдең эргәлә ятыуы ғәжәп түгел. Туңып үлер алдынан мейе уға эҫе булыуы тураһында сигнал бирә, һәм кешеләр сисенә башлай, - тип аңлата белгестәр.
Һәләк булыусы туғандарынан айырым йәшәгән һәм йыш ҡына спиртлы эсемлектәр менән мауыҡҡан, һөҙөмтәлә был хәл күңелһеҙ тамамланған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: