Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Февраль 2022, 10:00

Өфөлә юғалған туғыҙ йәшлек малай табылған

Полицейскийҙар баланы Черниковкалағы тимер юл станцияһында тапҡан.

Өфөлә юғалған туғыҙ йәшлек малай табылған
Өфөлә юғалған туғыҙ йәшлек малай табылған

- Бала иҫән-һау, әсәһенә тапшырылды, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусыларына малайҙың Черниковкаға үҙаллы нисек барып етә алыуын асыҡларға тура киләсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 февралдә кискеһен Р. Зорге урамында баланың юғалыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Билдәле булыуынса, ул урамға уйнарға сыҡҡан һәм ҡайтмаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: