-9 °С
Болотло
1 ҡап ванилин, 500 г эремсек, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 1 стакан кефир, 2/3 стакан шәкәр ҡомо, ярты стакан манный ярмаһы, 5 йомортҡа кәрәк.
Манныйға кефир һалып болғатырға һәм 20 минутҡа ултыртып торорға.
Йомортҡаларҙың һарыһын ағынан айырырға.
Йомортҡа һарыһын эремсек, ҡамыр ҡабартҡыс, манный, кефир, һәм ванилин менән яҡшылап бутарға.
Йомортҡа ағына әҙ-әҙләп шәкәр ҡомо һалып туҡырға һәм эремсеккә ҡушырға. Майланған табаға һалып, бешерергә ҡуйырға.
Фото: elisheva.ru