Рәсәй һәм Украина йырсыһы йәштән үк Майкл Джексондың хәрәкәттәрен үҙләштерә. Сәхнәлә тамашасыны тағы нимәләр менән аптыратайым, тип баш ватҡандыр ҙа, әлегеләй сыйылдаҡ-геүелдәк-сәрелдәк тауыштар сығарып, һуҙып-һуҙып, йырларға хәл иткәндер. Былай ғәҙәти йырлағанда моңо бар.
Латвияла тыуған, Одессала үҫкән, Мәскәүҙә тәүге уңыштарға өлгәшкән был егеттең ысын исеме Виталий Грачев (Виталий Владасович).
Аркадий Укупник шулай тигән икән (“Википедия”нан): “Витас баштан уҡ публиканы вокал менән түгел, ә үҙенең әйләнәһендә килеп тыуған дөйөм хәл менән шаҡ ҡатырыр өсөн уйланылған проект. Бында төп ролде киң мәғлүмәт саралары уйнай. Ә Витастың вокал һәләтен икенсе урынға ҡуйыр инем”.
Нимәһе ҡыҙыҡ: Витасты Ҡытайҙа бик яраталар, ти. Ул ошо илдең бер фильмында ла төшкән. Шанхайҙа уға статуя ҡуйылған. Бәй, шуға Ҡытайҙа өйө лә бар инде. Мәскәүҙең Рублевкаһында ла бар, әлбиттә.
Әйткәндәй, Витас өс бала атаһы. Өлкәндәренә Алла, Максим тип юҡҡа ғына ҡушмағандыр әле.