Иртән сәғәт туғыҙ тирәһендә Тәтешле районында 58 йәшлек ир идара иткән "Toyota Corolla" менән 27 йәшлек ир идара иткән "Лада Приора" машиналары бәрелешкән. Аварияла "Приора"ның пассажиры - 47 йәшлек ҡатын яраланып, дауаханаға оҙатылған.
Тәүлек эсендә 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 34 иҫерек водитель тотолған.
Ял көндәрендә ЮХХДИ тарафынан республика юлдарында профилактик рейдтар ойошторола, баш ҡалала һәм Өфө-Ырымбур федераль трассаһында бөтә водителдәрҙе лә тикшерәсәктәр.
Имен юлдарҙа йөрөгөҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.