Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 12:40

Ул ҡабыҙған усаҡ һүнмәй, һүрелмәй…

Исмәғилевтар - уҡытыусылар династияһы. Ришат Сәлих улы менән Сәрүә Ғәзиз ҡыҙының  дүрт улы профессор, ҡыҙы фән кандидаты,  бер улы мәктәп директоры.

Ул ҡабыҙған усаҡ һүнмәй, һүрелмәй…
Ул ҡабыҙған усаҡ һүнмәй, һүрелмәй…

 

Донъялағы иң абруйлы һәм дәрәжәле һөнәрҙәрҙең береһе уҡытыусы эшенән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереп булмай. Айырыуса хөрмәт һәм маҡтауға лайыҡ һөнәр эйәһен, мәктәп йылдарындағы яратҡан мөғәллимдәрен һәр кем ғүмерлеккә күңелендә йөрөтә. Үҙ һөнәреңә тоғролоҡ, балаларға булған мөхәббәт, бар булмышыңды, көсөңдө, аҡылыңды яратҡан профессияңа арнау һәләте барыһына ла бирелмәй.Бар ғүмереңде мәғарифҡа арнау – үҙеңдең донъялағы тәғәйенләнешеңде аңлап, оло яуаплылыҡ менән өмөтлө киләсәк әҙерләү ҙә ул.

Һөнәргә бирелгәнлектең быуындан- быуынға күсеп, нәҫелдәрен затлы иткән төшөнсә булғанын Нуриман районының Байгилде ауылындағы Исмәғилевтар ғаиләһе иҫбатлай.

Педагогтар династияһының башында торған мөғәллим Ришат Сәлих улы Исмәғилев 40 йылдан ашыу Байгилде мәктәбе менән етәкселек  иткән.

 Брест ҡәлғәһен обороналауҙа ҡатнашып, бер быуатлыҡ ғүмер кисергән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының береһе булды ул.

  Кушнаренко педагогия училищеһын тик яҡшы билдәләренә генә  тамамлаған егет 1940 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, Брест ҡәлғәһендәге 455-се элемтә полкында радист булып хеҙмәт итә . Уның һаҡсылары рәтендәгеләргә  22 июндә тәүгеләрҙән булып илебеҙгә баҫып ингән дошмандың һөжүмен кире ҡағырға тура килә. 1942 йылда һалдат фронтта ауыр яралана.

Һуғыштан ҡайтҡас,  Уҡытыусылар институтын (Башҡорт дәүләт педагогия институты) тамамлай, бар ғүмерен тыуған мәктәбенә арнай. Ауылдағы белем усағына етәкселек иткән осорҙа яңы мәктәп, интернат төҙөтә.   Мәктәптең 20 гектар сәсеүлек ерендә йәшелсә-емеш үҫтертә. Ул СССР Фәндәр академияһы Өфө филиалының тәжрибә майҙансығы ла була. Ришат Исмәғилев етәкселегендә Байгилде мәктәбе республика уҡыусыларының алдынғы педагогик тәжрибәһен өйрәнеү һәм таратыу буйынса база мәктәбенә әйләнә.  Үҙ мәктәбендә ул оборона-патриотик эште иң юғары кимәлдә ойоштора. Мәғариф учреждениеһы Хәрби һәм Хеҙмәт даны  музейы конкурс һөҙөмтәләре буйынса республиканың ауыл мәктәптәре араһында иң яҡшыһы тип табыла. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүгә алдынғы уҡытыу ысулдарын пропагандалауға һәм индереүгә күп көс бирә һәм ваҡыт бүлә. Үҙенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, мөғәллим- етәксе төрлө мәҡәләләр ҙә яҙа. Ул – «Нуриман районы очерктары», «Мәктәп директоры яҙмалары», «И учебой, и талантом», «Память жива», «Пятая четверть сельской школы», «Сын отчизны»  китаптары авторы.

Тырыш, фиҙакәр хеҙмәте күп һанлы Почет грамотаһы, «Почет Билдәһе» ордены, «РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы» билдәһе , «РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме менән баһаланған.

Ҡатыны, уҡытыусы Сәрүә Ғәзиз ҡыҙы менән алты балаға ғүмер бирәләр. Барыһы ла уҡытыусылар династияһын дауам итә.

 Флүр — техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт авиация- техник  университеты профессоры, Зинфер — химия фәндәре докторы, профессор, Кемерево күмер химияһы фәнни тикшереү институты директоры,  Фоат — техник фәндәр докторы, Губкин исемендәге Мәскәү нефть университеты профессоры, Рафаэль ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, кафедра мөдире, ҡыҙы Флүрә —  филология фәндәре кандидаты, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юғары милиция мәктәбе уҡытыусыһы,  Салауат — Байгилде аграр-педагогик  лицейы директоры, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы.

Уҡытыусылар сылбыры өҙөлмәй: Ризат Сәлих улының  егермеләп ейән-ейәнсәре – фән кандидаттары, профессорҙар –Өфөнән, Санкт- Петербург,Мәскәү, Лондон, Чикаго, Сан-Франциско ҡалаларына  тиклем таралған.

Ришат Сәлих улы үҙенең иҫтәлектәрендә лә: «Балаларҙы уҡытыу ҡыйын булманы. Әгәр ҙә уларҙың белем алыуға теләге бар икән, уҡытыу менән бәйле мәшәҡәттәр ата- әсәгә тик ҡыуаныс ҡына. Уҡымышлылыҡтың нәҫелдән килеүе лә ҙур роль уйнағандыр.  Ғаиләлә атай менән әсәйҙең уҡытыуға, тәрбиәгә бер ҡарашта булыуы мөһим.  Баланың мәктәптә өлгәшеүен мин һәр саҡ беренсе урынға ҡуйҙым. Партия йыйылышы, сәсеү, уңыш йыйыу ваҡытындағы йыйылыштар булһынмы, һәр саҡ ата- әсәләр менән мәктәптәге өлгәш тураһында сығыш яһаным, балаларының нимәгә насар уҡыуҙарының, дәрес ҡалдырыуҙарының сәбәбе менән ҡыҙыҡһындым. Уҡытыусылар бит хәҙер уҡыусыларының өйҙә нимә менән шөғөлләнеүҙәре тураһында ҡыҙыҡһынмай. Кеше туҡтауһыҙ эшләргә һәм эшенең һөҙөмтәһенә ҡыуанып йәшәргә тейеш. Минең бер ҡасан да буш ваҡытым булманы: мәктәптә өс смена эшләнем һәм бер ҡасан да үҙемдең башҡарған эштәрем өсөн йөҙөм ҡыҙарманы», – тип яҙған ул иҫтәлектәрендә. Ысын педагог, совет тәрбиәһе вәкиленең был һүҙҙәре күптәр өсөн һабаҡ булырлыҡ.

Үҙе һайлаған яуаплы юлдан балаларын да эйәртә алған Ришат Исмәғилевтың уҡытыусылар династияһы аталарының, олаталарының эшен дауам итә. Ул  тоҡандырған усаҡ һүнмәй, һүрелмәй…

                                                                                

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: