Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 21:06

Туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды

Ринат Фәтҡуллин Федераль туризм агентлығы вәкилдәре менән аралашты.

Туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды
Туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды

Мәскәүҙә БР-ҙың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Фәтҡуллин һәм республикабыҙҙың Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаев Федераль туризм агентлығы етәксеһе кәңәшселәре Юлиә Рыбакова һәм Евгений Кудель менән осрашты.

Осрашыуҙа башҡорт туристик кластерҙарын үҫтереү, мәктәп туризмы проектын тормошҡа ашырыу, ҡунаҡханаларҙы төҙөкләндереү кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

– Бай тәбиғи һәм мәҙәни ресурстарыбыҙ бар икән, сәйәхәтселәрҙе әүҙемерәк һәм күберәк йәлеп итергә кәрәк. Республикабыҙ федераль кимәлдә яҡшы ярҙам ала, «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектында ҡатнашып беҙ иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инербеҙ тип ышанам, - тип белдерҙе Ринат Фәтҡуллин.

Шулай уҡ Мәскәүҙә TUI компанияһы генераль директоры урынбаҫары Александр Сирченко менән осрашыу үтте. Туризм комитеты 2021-2022 йылдарҙа хеҙмәттәшлек итеүгә ошо компания менән килешеү төҙөгәйне. Бында туристик бизнесты халыҡ-ара кимәлгә күтәреү өсөн чартер программаһын булдырыу мөмкинлектәре ҡаралды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: