Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 20:09

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

11-17 февралдә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, биш кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 900-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 377 протокол төҙөгән:

30 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

137 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

11 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән;

27 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

6 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 


Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: