Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 18:50

Ниндәй аш-һыу гарнитуры һайларға?

 Аш- һыу гарнитуры һайлар алдынан уның ниндәй материалдан  эшләнгәнлегенә иғтибар  итегеҙ. Иң мөһиме - сифат.

Ниндәй аш-һыу гарнитуры һайларға?
Ниндәй аш-һыу гарнитуры һайларға?

ДСП иң популяр материал булып иҫәпләнә. Ул бик ҡиммәт тормай. Ағас онтағынан яһалған плиталарҙан эшләнә. Бик һыуланып бармай.

МДФ- тан эшләнгән гарнитурҙар күп төрлө фактураһы һәм төҫө менән айырыла. Экологик яҡтан таҙа, хәүефһеҙ материал һанала.

 Ағас массивы

 Кухня эшләүҙә ҡулланылған иң ҡиммәт материал. Уны эшләгәндә имән, ҡарағай, сәтләүек, сейә, каштан, ерек ағастарын файҙаланалар.

 Аш- һыу бүлмәһе – өй эсендә эш эшләй торған урын.  Шуға ла ул хужабикәләр өсөн уңайлы булырға тейеш. Быға ирешеү өсөн түбәндәге кәңәштәргә иғтибар итегеҙ.

 Аш- һыу гарнитурының аҫтағы  шкафтарының мотлаҡ аяҡтары булырға тейеш.

 Столешницаның бер бөтөн булғанын алырға кәрәк. Шкаф араларына әйбер төшөп, һыу ағып ыҙалатмаясаҡ.

Столешницаның өҫтө пленка менән ҡапланған  МДФ-тан, таҡтанан, тәбиғи таштан, пресланған резинанан эшләнә. Кореандан эшләнгәне химик йоғонтоға бирешмәй. Мәрмәрҙән эшләнгән столешница менән бик һаҡ ҡыланырға кәрәк. Эҫе һыу түккәндә , әйбер төшөргәндә сатнап бара. Граниттан эшләнгәне кислоталарға бирешмәй.

 Яҡшы кухня күп фунциялы булырға тейеш. Бүлмәгеҙҙәге һәр сантиметрҙы дөрөҫ ҡулланығыҙ. Мәҫәлән,  духовка һәм мөйөштәге шкаф араһында тар ғына бәләкәй шкаф эшләргә мөмкин.

 Гарнитур төҫө

 Аш- һыу бүлмәһендә икенән артыҡ төҫ ҡулланмайҙар. Өҫкө шкафтар аҫтағыларына ҡарағанда яҡтыраҡ булырға тейеш. Ағастан бер төҫтә эшләнгән ганитур ҙа матур күренә. Буялған МДФ- тан эшләнгәндәренә асыҡ төҫтәр килешә. Бәләкәй аш- һыу бүлмәһен киң итеп күрһәтеү өсөн яҡты мебель кәрәк.

 Белгестәр аш- һыу бүлмәһен йыһазландырғанда электр техникаһын һәм йыһаздарҙы түбәндәге тәртиптә урынлаштырырға тәҡдим итә.

Һыуытҡыс, аш- һыуҙы эшкәртеү өсөн урын, газ плитәһе, сервировкалау өсөн урын. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ошо вариант иң ҡулайы: һыуытҡыс, раковина, столешница, плитә- столешница. Гарнитур һайлағанда уның ҙурлығына, етештереүсеһенә, ниндәй материалдан эшләнелеүенә, уңайлы һәм фунциялы булыуына, дизайнына  ла иғтибар итегеҙ. Өҫкө шкафтарҙың бейеклеге 72, 36 см  йәки 92  см, тәрәнлеге  – 30  см, аҫҡы шкафтар менән уларҙың араһы кәмендә   50 см булыуы шарт.

 

Фото:kuhniartwood.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: