Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 12:05

Күренекле яҡташыбыҙ Ләйсән Үтәшева һәм уның ғаиләһе хаҡында фильм төшөрөлгәндәр

Билдәле гимнастка, телетапшырыуҙар алып барыусы фильмдан өҙөк менән Инстаграмдағы сәхифәһендә уртаҡлашты. Видеояҙмала уның ҡартатаһы башҡарыуында матур йыр яңғырай.

- Әлеге интервьюны мин ике йыл элек биргәйнем. Был интервью ла түгел, ә тотош бер фильм.

Бында бөтәһе лә бар. Минең тыуған ерем – Раевка, көс йыйыу урыным, унда һәр ваҡыт сабый һәм бәхетле булып ҡалам. Минең яратҡан өләсәйем һәм ҡартатайым. Мине һәр ваҡыт һөйөү менән тәрбиәләүселәрем, үҙ өлгөләрендә үҫтереүселәрем. Был фильмда һөйгән йәрем Павел...

Был хаҡта оҙаҡ һәм күп итеп яҙырға була. Шулай ҙа бер тапҡыр инеп ҡарауға етмәй. Ирина Шихманға, уның командаһына мин һәм ғаиләм хаҡында төшөргән фильмдары өсөн ҙур рәхмәт! – тип яҙған Ләйсән.  

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: