Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Февраль 2022, 09:30

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 18 һәм 19 февралгә һауа торошон хәбәр итте. Республиканың айырым райондарында елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙа урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн яуым-төшөм көтөлмәй. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 3-8 градус һалҡын буласаҡ. 19 февралдә көндөҙ төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан,талғын. Һауа температураһы төндә - 8-13, аяҙытҡанда 18, көндөҙ - 0-5, урыны менән 10 градусҡа тиклем һалҡын.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: