Ҡыҫала. Тирә-яҡтағылар ҡыҫаланы көсһөҙ, хисле һәм ифрат рәнйеп барыусан тип иҫәпләй. Белгестәр фекеренсә, был йондоҙлоҡ вәкиле нескә һәм иғтибарҙы йәлеп итә, үҙенең проблемаһын башҡа кешеләр иҫәбенә хәл итергә ярата. Белгестәр фекеренсә, ҡарап тороуға ғына шулай, ысынында ул көслө һәм үҙ-үҙенә бик ышаныусан.
Саян. Был йондоҙлоҡ вәкиле көслө, маҡсатҡа ынтылыусанлығы менән айырылып тора. Ул һәр ваҡыт үҙ-үҙенә һәм тирә-яҡтағыларға талапсан, аныҡ маҡсат ҡуя. Кәрәк икән, саян һәр төрлө хәйләгә барырға әҙер. Ныҡышмалылығы менән төрлө өлкәлә уңышҡа ирешә ала.
Буға. Көсһөҙ булып күренһә лә, бәләкәй генә үҙгәреште лә яратмай һәм бер нимәне лә үҙгәртмәүҙе хуп күрә. Әгәр уның алдында ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡамасаулаған мөһим маҡсат йәки проблема бар икән, ул шунда уҡ хәл итә башлаясаҡ. Был йондоҙлоҡ вәкиле тәүәккәл һәм маҡсатҡа ынтылыусан. Шуға ул быға ирешмәйенсә ҡуймаясаҡ.
Ылаҡ. Тормошто ярата. Был йондоҙлоҡ вәкиле бик сыҙамлы, хаталарҙан ҡурҡмай. Әгәр ҙә нимәнелер эшләй алмаһа, бик тиҙ иҫенә килә. Ҙур маҡсат ҡуя һәм өлгәшә. Уның уңыш сере, белгестәр әйтеүенсә, ыңғай ҡарашта һәм үткер булыуында.
Ҡуҙы. Белгестәр фекеренсә, ул үҙенең уңышын күрһәтергә яратмай һәм йыш ҡына битлек аҫтында йәшерә. Уның менән ярышыуы ҡыйын, көсһөҙ булып күренһә лә башҡаларҙы тиҙ ҡыуып етә. Белгестәр фекеренсә, был йондоҙлоҡ вәкиле ваҡытын буш уйҙарға һәм борсолоуға сарыф итмәй, тиҙ һәм тәүәккәл эш итә. Ҡуҙы күп эшләй һәм еңеүгә өлгәшеп, үҙ хеҙмәте хаҡында һөйләргә яратмай. Ул һәр ваҡыт бойондороҡһоҙ булып ҡала һәм үҙенә генә таяна, ә ныҡышмал холҡо был йәһәттән ярҙам итә.
Фото: Т. АМАНОВ.